1,198 posts

"Һүнгән өмөт йондоҙ булып балҡыр,
Бәлки, һинең, минең арҡала..."

Өлкәнәйеүҙең (ҡартайыуҙың тип әйтке килмәй) төп күрһәткеселер, моғайын: һәр ваҡиға, күренеш, кисереш хәтирәләр һәм иҫтәлектәр өсөн йәтеш һылтау, сәбәп.
"Көрәш һарайы"нда "Дәрүиш рухы+" рок фестивале лә шундай һылтауҙыр минең өсөн.
1991 йыл. Хәбуллала рок төркөм барлыҡҡа килгән тигән хәбәрҙе ишетеү менән йыйындым Аҡъярға. 1983 йылдан уҡ осраҡлы ғына "Beatles”, “Queen” менән танышып, рок-н-ролл ене ҡаңылған минең өсөн хаттин ашҡан яңылыҡ ине башҡорт рок төркөмө. Хәҙергесә Интернет юҡ, бәйләнештәр мөмкин дә түгел. Берҙән бер мәғлүмәт - Ғәзинур исемле егеттең милицияла эшләүе, шуға ла Хәйбулланың "баш ҡалаһына" килеп төшөү менән киттем милиция бүлегенә. Таптым бит әй, "старший оперуполномоченный"ҙы. Аңланы мине. Эштән һорағандыр инде, юлландыҡ башҡорт рок мәркәзенә — Маҡанға. Юл ыңғайы, Зиннурҙы, Зөфәрҙе, Иректе инеп алдыҡ. Альбертты ла таптыҡ. Маҡан мәҙәниәт йортонда йыйылдыҡ та, улар миңә - яңғыҙ тамашасыға - күрһәттеләр башҡорт рок музыкаһы тигән нәмәнең нимә икәнен. Ул саҡтағы кисерештәр иҫкә төшһә, һаман тән земберләп китә... Оҙон юлдың башы ине был...
Сит ил рок-н-ролл музыкаһы - тәү сиратта, көслө инструменталка, иҫ киткес вокал һәм йомшағыраҡ текст.
Рус рок хәрәкәте бөйөк бардтар Галич, Визбор, Окуджава, Высоций "мәктәбендә" нигеҙләнеп иң беренсе сиратта көслө текстҡа нигеҙләнгән.
Ә башҡорт рок йүнәлеше нимәнән ғибәрәт һуң? Уның үҙ йөҙө, үҙ һүҙе - халыҡсанлыҡталыр. Халыҡсанлығы тип әйтеүем, халыҡ ижадына нигеҙләнеүҙән бигерәк, милләт яҙмышына бәйлелектәлер, милли рухталыр, моғайын. Тыуған заманы - туҡһанынсы йылдар, милли үҙаңдың күтәрелеш осоро. Show more
Шул уҡ "Көрәш һарайы"нда "Дәрүиш"тең "Рух" төркөмө репертуарынан башҡарған "Оран" йыры кисәнәң дә, башҡорт рок музыкаһының 30 йыллыҡ йәшәйешенең дә төп лейтмотивы булып яңғырағандыр.
"Беҙҙең оран шаңдау менән ҡайтып,
Урал тауы буйлап таралды.
Беҙҙең һүҙҙәр осҡондар сәсеп,
Һүнгән йөрәктәргә ут һалды"...
Ғәзинурҙың тауышын ишетәм. Һәм ҡыуанам. Шаңдау булып ҡайтты тауышы. Ҡайтты ораны... Ул оран атабан яңғырармы? Яңы быуынға барып етерме?
Башҡорт рок хәрәкәте Хәйбуллала тыуҙы. Ә бына ҙур майҙанға ул Башҡорт дәүләт университетының подвалы аша сыҡҡандыр.
Тәүге ике "Урал моңо" фестивале милли рух күтәрелешендә бик ҙур роль уйнаны. Ул ваҡытта үрҙә әйтелгән подвалда урынлашҡан "Ант" (бәлки, ул ваҡытта "Аманат" булғандыр) башҡорт яңы музыкаль хәрәкәтенең эпицентрына әйләнде. Көндәр һуҙымында Алмас менән ике Рәмил төркөмдәрҙе яҙҙыра ине. Аҙаҡ төндәр буйына магнит таҫмаларын йәбештерә-йәбештерә көйҙө көйгә ялғай ине. Шул таҫмаларҙан сығып таралды артабан фестиваль яҙмалары. Оран булып. Әйтәндәй, "Ант" фестивалдә күренмәне. Йәл.
"Урал моңо" моңо тураһында һүҙ сыҡҡас, Артур Иҙелбаев менән Данир Ғәйнуллинды ла әйтмәү яҙыҡ булыр. Һәм - рәхмәт әйтмәү дөрөҫ булмаҫ. “Урал моңо" булмаһа, бөгөнгө милли рок ниндәй хәлдә булыр ине икән? Тарих яҙылыр бер мәл.
Факттар хәҙергә:
- Башҡорт рок хәрәкәте үҙ тарихында йыйған иң ҙур зал булды "Көрәш һарайы".
- “Дәрүиш рухы" яңы асылған "Көрәш һарайында" үткән беренсе ҙур мәҙәни сара булды шикелле.
- Алып барыусы ҡыҙыҡай бер нисә тапҡыр "Көрәш һарай"ын "Көрәш майҙаны" тип бутап ҡаңғырҙы. Бәлки, бутамағандыр ҙа. Рок - ул көрәш. Бигерәк тә - милли рок.
- "Дәрүиш рухы" Республика етәсегеге ҡатнашҡан берҙән-бер милли рок фестиваль булды. Рәхмәт һәм хәйерлегә булһын!
- Димгә, Ғәзинурға, Иреккә маҡтаулы исемдәр. Мәрхүмдәргә кәрәкме ул, тигәндәргә - беҙгә кәрәк ул, тереләргә. Туғандарына кәрәк, ҡалған йырҙарына...
- Иң йәш төркөм ҡатнашҡан фестиваль булғандыр. Хәйбулланан килгән малай-ҡыҙҙар һоҡландырҙы. Аҡъярҙа яңы быуын рок-"бөркөттәре" ҡанат нығыта. Хәйбуллала рок-н-ролл үлмәй икән, милли рок рух йәшәйәсәк.
- Иң күп рок төркөмдәр ҡатнашҡан фестиваль булды был.
Күҙгә күренмәгән "һалдаттарға" - фестивалде ойоштороусыларға күп рәхмәт!
Һәм, йәнә, "Дәрүиш" башҡарыуында "Рух" репертурынан. Йәғни, "Дәрүиш рухы" ораны:
"Һүнгән өмөт йондоҙ булып балҡыр,
Бәлки, һинең, минең арҡала..."
245 people reacted
5.4K views
Короче, до 1 мая сидеть дома... Сидеть... Но все таки дома... Алишер Усманов 6 лет отсидел, Солженицын - 8 лет (не считая ссылки), Айзеншпиц - вообще 17 лет... А нам же - всего 1 месяц... К тому те - дома...
177 people reacted
15K views
230 people reacted
9.4K views
Ҡасандыр... Тиҫтәгә яҡын йыл элек... Дуҫтар өсөн генә 100 дана менән бер китап сығарған инем... Бер әйбер иҫкә төштө лә, өс көн буйына өйҙөң аҫтын-өҫкә килтереп эҙләнем баяғы... Мөғжизә! Таптым бер данаһын... Бына ике битен фотоға төшөрҙөм... Аңлағанһығыҙҙыр ни өсөн эҙләгәнемде... (Кәртешкәнең сифаты өсөн - ғәфү!)
375 people reacted
16K views
Заман менән бер аяҡтан атларға ниәт бар ине... Заман аҡһаҡ булды, ахыры... Тура килтерә алмай аҙапланам аҙымдарҙы...
316 people reacted
11K views