Һин йәшәргә тейеш инең дә бит!
Тейеш инең донъя ҡорорға,
Кәләш алып, бала үҫтерергә,
Show more
Әсәйеңә терәк булырға.
Өлгөрҙөңмө күреп был донъяның
Матурлығын? Йәмен? Рәхәтен?
Өлгөрҙөң тик ярҙам күрһәтергә,
Бик күптәрҙең алдың рәхмәтен.
Алсаҡ инең. Изгелекле булдың.
Бала кеүек ихлас, бер ҡатлы,
Маҡсаттарың бик юғары ине,
Хыялдарың ине ҡанатлы.
— Иң беренсе – Ватан именлеге,
Өлгөрөрмөн, - тинең, - ҡалғанын, -
Һин ашыҡтың яуға, һиҙгән кеүек
Ғүмереңдең бик аҙ ҡалғанын.
Үтәлмәйсә ҡалды теләктәрең,
Хыялдарың ҡалды сәселеп,
Маҡсаттарың ҡалды ҡыйралышып,
Яҡындарың ҡалды әсенеп.
Үҙең өсөн йәшәп өлгөрмәнең,
Йәшәү бүләк иттең күптәргә,
Ватан өсөн шәһит булғандарҙың
Йәнкәйҙәре, тиҙәр, күктәрҙә...
Әле күпме йәштәр түгелерҙәр!
Һине иҫләп әрнер күп йөрәк!
Һин мәңгегә тере күңелдәрҙә,
Бик күп тереләрҙән терерәк.
🖋️ Фирүзә Абдуллина.