589 posts

Хәйерле иртә!
Кисә беҙҙең өсөн ауыр көн булғайны...
25 йыл да булып китте атайыбыҙ ысын донъяға күскәненә... Бер ир - егет ғүShow moreмере... Яңыраҡ ҡына һымаҡ барыһы ла...
Атайым менән һуңғы һөйләшеп ултырыу... Һуңғы хушлашыу һүҙҙәре.. Һуңғы һулышы...
Матур ғүмер йәшәне ул атайым! Уҫал ғына булды, әммә кеше рәнйетеп йөрөмәне. Лесник булды, урмандар ултыртты, өмәләр ойошторҙо, селек тә бәйләнеләр.. Ҡайсаҡ хөкүмәт урманын һатып эсеп, бик күңелле, бик риза булып ҡайтҡан кистәре лә була ине. Бер ағас һатҡанын да кеҫәһенә һалмай, шул һатып алыусыһы менән, эргәһендәге эшселәре менән бергәләп байрам итәләр ҙә, арттан һөйләп йөрөмәй, шунда бөтөргәндәрҙер инде.. Ирәндеккә ҡайһы юлдан күтәрелһәк тә, "Был урманды ултыртҡанда...", " Анау ағас...", "Ошонан аҫҡараҡ төшөп ҡара әле..." тигәнерәк һүҙҙәр, ҡыҙыҡ иҫтәлектэре булыр ине.. Һәр ҡарағат ҡыуағын, һәр ағас еләге өйкөмөн, ҡайһы ағастың ҡайһы ботағында нимә эленеп торғанын белер ине... Урмандан ҡурҡмаҫҡа, тауҙарҙы тыңларға, үләндәрҙе уҡырға ла өйрәтте байтаҡ.. Атай менән йөрөгәндә опятаны тоҡлап түгел, арба тултырып, еләктәрҙе биҙрәләп кенә түгел, биҙрә эргәһендә яулыҡҡа ҡойоп, туйғансы ашап ҡайта инек. Яулыкта ҡайтҡаны байтаҡ иҙелеп, ҡайтҡас еләк пирэшкилэре бешереп бер һыйланып ала торғайныҡ..
Атай менән... Кистәрен...
Башта, бәләкәй саҡта... " Хәҙер атайың торбаны һөртөр ҙә!"- өләсәй менән эңерҙә шәм тоҡандырмай көтә инек.. Атай инеп, гәзитте йомарлап, торбаны ялтыратып һөртә лә, шәм тоҡандыра..
Атай менән кластан тыш уҡыу китаптарын йәй айҙарында ярышып уҡып бөтә инек.. Туған тел, литература китаптары ла яйлап шыла ине. Ипләп кенә, биттәрен бөкләмәй генә.. Мәктәпкә барғансы иҫкертеп ҡуймай ғына..
Атай менән башта кусереш, сиртеш уйнап, аҙаҡ шашки - шахмат уйнарға ла өйрәнеп алдыҡ. Атай менән әсәй уйнағанда Гүзәл һеңлемдең, икеһенең эргәһенэн китә алмай, бөгөн кем еңелгән өсөн ҡайғырып иларын көтә инек. Шаяртып, мәрәкәләшеп..
Атай уйнағанда мутлашып, күрәләтә алдаштырып, көлкө сығарып уйнар ине...
Атай матур ғына почергы менән ҡыҫҡа ғына, йөкмәткеле, йылы хаттар ҙа яҙа торғайны..
Балалар менән ололарса әңгәмәләшеп, хәл -әхүәл белешеп.. Урамдан үткән малайҙар ҙа туҡтап китер ине эргәһенә.. Беҙҙең бәләкәй малайҙар ҙа ҡайта алмай йонсорҙар ине..Игеҙәктәр тыуғас, Тамъян бигерәк эҫенеп алғайны.. Олатаһы диванда гәзит уҡып ята, эргәһендә тыныс ҡына малайы уйнап йөрөй.. Туйҙырған, өҫтө ҡаралған... Тәрбиәле..
Шул көндәр, сериал һымаҡ, яңыраҡ ҡына булғандай хәтерҙә..
Йәшел ҡомғандағы ҡарағатлы, мәтрүшкәле сәй..Ҡайҙандыр тапҡан бер ус емеше.. Хәбәрҙәре.. Кеше һөйләмәне, урман серҙәрен асты.. Күп белә ине.. Хәҙер ҙә һәр япраҡ елберләуе, һәр үлән ҡыяғы, һәр ямғыр тамсыһы атайҙан Сәләм әйткәндәй.. Тормошомда атай ғүмер буйы оҙатып барғандай.. Атайҙы уйлағанда мин әле лә бала...
Кисә атайҙы иҫкә алып, Люциә ауыҙ асыу ойошторҙо. Балаларыбыҙ менән йыйылып, әсәй менән атайҙы һөйләп ултырҙыҡ. Ҡасандыр бәләкәй Азат ейәне, утыҙҙы үткән ир - егет булып, ҡунаҡ хөрмәт итте, аяҡ араһында ейәнсәрҙәренең балалары йүгерешеп йөрөнө.. Уларҙы ла яратып ҡарап ултырыр ине ул, атай.. Иҫән булһа...
Ярай, күңелдәрҙә йәшәй бит.. Шуныһына риза булайыҡ! Изге күңелле атайыбыҙ булғанына шөкөр!! Йәне йәннәттә булһын!!
Һеңлемдең ураҙалары, изге ниәттәре ҡабул булһын, Аллаһы Тәғәлә һеңлемдән, балаларынан риза булһын, барлыҡ хыялдарын тормошҡа ашырһын!! Амин!
4 people reacted
76 views
Давно не заходил в ВК)))
По фотографиям не передать всю сущность, но имеется своя красота, свое притяжение. Чувствую себя ребенком в детском садике!))) хотя я в садик не ходил!)))
79 people reacted
1.2K views
Самый красивый ледовый (снежный) городок который я видел👍
59 people reacted
1K views
Пронзительный изучающий взгляд, конкретика слов и определение самой первой творческой методической работы!... Такая была наша первая рабочая встреча. И, каждая наша встреча в ее кабинете была как первая!)))Show more Четкая рабочая задача, минимум слов и все остальные "слова" только через взгляд!
Она должна была быть генералом! Потому что перед ней не было препятствий, она не принимала вторых и третьих мест, для нее не существовало слова: "нет", "я не знаю", "может быть", "сомневаюсь", и так далее неуверенных слов. "Пришел! Увидел! Победил!" вот ее слова!
Спасибо за Ваш жизненный урок и возможность поработать вместе с Вами!
Ауыр тупрағығыҙ еңел булһын!
Тыныс йоҡлағыҙ Гөлшат Зиннатовна!
164 people reacted
1.7K views
Әсәй! Бөгөн 85 йәшең тулған булыр ине...
1/2
237 people reacted
1.6K views