Хәйерле кис! Эйе мин Күгәрсен районынан мин һине таныманым бит.
Һинең фотоңды ҡарағаным булды был кем икән тип.Хәҙер иҫкә төштөң. Үҙең тураһында мәғлүмәт яҙырһың әле.
0 people reacted
Закия
Расписание времени намаза на МАЙ месяц для города Туймазы и ближайших населенных пунктов. Сохраните его у себя на стене, чтобы не пропустить молитву.
1 person reacted
128 views
Бер-берегеҙгә рәнйеп йәшәмәгеҙ... ”

Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында йәшәүсе Ләйлә Вәлиеваның кешеләрҙеңShow more күңел торошон, эске донъяһын дауалау, көслө тетрәнеү кисергәндәргә ярҙам итеү һәләте бар. Халыҡ табибәһе үҙенә төрлө ауырыуҙарҙы еңеп сығыу юлдарын эҙләп мөрәжәғәт иткәндәргә ярҙам итә, кәңәштәрен бирә. 

Уның менән аралашҡан һәр кеше үҙендә ниндәйҙер көс-ҡеүәт, ыңғай энергия, әлегә тиклем ауыр йөк булып елкәлә ятҡан проблемаһының хәл итеү юлдарын  тойомлай башлай. Стәрлетамаҡтағы ҡабул итеү бүлмәһенә килгәндәрҙең күбеһе уға үҙенең хәсрәтен һөйләй, түгелеп илап ала һәм күңелендә йыйылып торған төйөрөн аса. 

Үҙенә мөрәжәғәт иткәндәрҙең хәле яҡшырыуын күргән һәм уларҙың еңеллек кисереүен тойғанда ғына ул үҙенән ҡәнәғәт ҡала. 

Ләйлә Вәлиева сығышы менән Ғафури районының Толпар ауылынан. Ата-әсәһе Ғәлиә Әхмәҙулла ҡыҙы менән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәбибрахман Динислам улына ул әле лә рәхмәтле булып йәшәй. Ләйлә апай тормош иптәше Миңдел Сәлимйән улы менән Красноусол ҡасабаһында ғүмер итә. Улар бергә-бергә ике улға һәм бер  ҡыҙға – Азат, Сәлим һәм Лилиәгә ғүмер бүләк итеп, лайыҡлы тәрбиә бирәләр. “Балалар бәләкәй булғанда үҙемдең хыялымды ситкә ҡуйып торҙом. Улдарымды һис  кенә лә оҙаҡ ваҡытҡа ҡалдырып киткем килмәне. Психолог булып эшләп торманым. Сауҙа юлынан киттем”, – тип һөйләне Ләйлә Вәлиева. Балалары үҫеп еткәс,  күңелендәге бушлыҡты тултырыу өсөн эҙләнә башлай. Билдәле бер парапсихолог менән күрешә. Ул Ләйлә апайҙың һәләтен күреп, үҙенең эшен асырға кәңәш  итә. Әле лә улар аралашып, кәңәшләшеп торалар. Шулай уҡ Ғафури районының Юлыҡ ауылында ғүмер иткән көслө халыҡ табибы Рауил Зәйнетдинов уның остазы  булған. Үкенескә, ул мәрхүм инде. 

– Миңә был һәләтем әсәйем яғынан уҡымышлы олатайымдан күскәндер, тип уйлайым. Уның әйткәндәре күп ваҡыт раҫ килә ине. Ауырыуҙар һауыға торғайны, – ти  Ләйлә апай үҙе тураһында. 

Ләйлә Вәлиева был һәләтен бала саҡтан тойоп үҫә. Бер туған ағаһының ҡыҫҡа ғүмерле булыуын күрә. Тик быны аңлата алмай аҙаплана, белеме һәм тәжрибәһе бер аҙ  етмәй. Шуға ла ул: “Ағайға ауыр һүҙ әйтмә, күберәк хәстәрлек күр, йәме. Тәмле ризыҡтарҙы күберәк уға бирәйек”, – тип әсәһенең башын ҡатыра. Ағаһы мәрхүм булғас, ныҡ тетрәнә. Тәбиғәттән бирелгән һәләте ярҙамында яҡындарының хәлен яҡшыртырға тырыша. Тик бына үҙе... быларҙың барыһын да йөрәге аша үткәреп,  ауырып китә. Дауаханала ятып, һәр төрлө витаминдар яһата. “Тетрәнеү кешенең тормошон үҙгәртә. Бындай ҡайғыларҙы һәр кем үҙенсә кисерә. Кемдер һиҙҙермәҫкә  тырыша. 

Бындай саҡта уның янындағы яҡындары, йылы һүҙ ҡайғыһын еңеләйтә. Бындайҙар ҙа миңә килә. Уларҙы аңлап, ҡайғыларын үҙ йөрәгем аша үткәрәм. Беренсе сеанстан  һуң ғәҙәттә еңеллек килә”, – ти халыҡ табибәһе. 

Халыҡ табиптарының күбеһе һиҙемләү, тойомлау кеүек һәләткә лә эйә. “Миңә кешеләр төрлө тарафтан килә. Ҡайһы берәүҙәр йыраҡтан була. Мине эҙләп тапҡас,  оҙағыраҡ булырға, һөйләшеп ултырырға теләй, һорауҙарына яуап табырға тырыша. Улар ҡәнәғәт булһа, миңә лә һәйбәт бит!” – тип һүҙен дауам итте. 

– Кешеләр ниндәй проблемалар менән күберәк килә, – тигән һорауҙы төбәйем әңгәмәсемә. 

– Кешенең эске донъяһы ла, күңел торошо ла әлегә тиклем өйрәнелмәгән һәм фән тарафынан, ғилми тикшеренеүҙәр үтмәгән серле утрауҙы хәтерләтә кеүек. Шуныһы  үкенесле, ҡайһы берәүҙәр ошондай һауыҡтырыу алымдарына ышанып етмәй. Ә бит күп илдәрҙә, мәҫәлән, Ҡытайҙа халыҡ медицинаһына ҙур иғтибар бирелә, күп  ауырыуҙар ваҡытында асыҡлана. Медицина ни тиклем үҫешкән булһа ла, беҙ йәшәгән донъяның серле яҡтары ла күп шул. Кешеләргә хәлемдән килгәнсә ярҙам итергә,  олатайымдан мираҫ булып ҡалған һәм уҡып та алған белемем, ҡулымдың тылсымы менән бүлешергә, тип ҡылған ниәттәремде бойомға ашыра алыуымдан бик ҡәнәғәт ҡалам. 

– Кешеләргә әйтергә һүҙҙәрегеҙ, теләктәрегеҙ бармы? 

– Яҡындарына, үткәндәренә, бер-береһенә рәнйеп йәшәмәһен ине. Хоҙай Тәғәләнең биргәненә шөкөр итеп, һәр яңы тыуған көнгә рәхмәт әйтеп йәшәргә кәрәк. Ҡайҙа  ғына барһам да, кем менән генә осрашһам да янымда гел яҡшы, мәрхәмәтле кешеләр осрап торҙо. Бөгөн дә шулай. Йөрәгем менән тирә-йүндән күңелемә яҡын кешене тоям, ауыр уйҙарҙан арынырға тырышам, улар аҙыраҡ булған һайын, йәшәүе лә шул тиклем еңелерәк. Нисек кенә ҡыйын булһа ла, Аллаһы Тәғәләнән  ярлыҡау һорарға һәм яуыз уйлы кешеләрҙе ғәфү итә белергә кәрәк. 

Ләйлә апай, ҡабул итәм, тип бер ваҡытта ла иғлан биреп йөрөмәй. Уның тураһында, ғәҙәттә, кешеләр бер-береһенән ишетеп белә. Эҙләп тапҡандан һуң шатлыҡтары  менән уртаҡлашалар. Осрашыуҙан инде улар проблемаларын хәл итеп ҡайта. Әгәр инде һуңынан шылтыратып: “Тормошомда барыһы ла яйланды!” – тигән шатлыҡлы  хәбәрен әйтһәләр, Хоҙай Тәғәлә биргән һәләтен тейешенсә ҡуллана алыуына тағы бер ҡыуана Ләйлә Хәбибрахман ҡыҙы. 

Ләйлә апайға киләсәктә ҡулынан, һәләтенән һөйөнөргә яҙһын, тип теләйек. Ә инде күренергә теләк булһа, 8 917 779 85 96 телефон һандарын йыйығыҙ. 
0 people reacted
87 views
#ислам #башҡорт #нәсихәт

«Ҡөрьән уҡылған өйҙә бәрәкәт күп. Унда фәрештәләр килә , ә шайтандарға урын юҡ. Ҡөрьән уҡылмаған өй әһелдәрен ҡыҫырыҡлайҙар һәм ул йортто шайтандар төйәк итә, ә фәрештәләр унан китәләр»

Бөйөк сәхәбә Әбү Һүрайра (Аллаһ унан риза булһын)
📚 Ибн Мөбәрәктең «Зүһд» китабы.
0 people reacted
89 views